|
Морфологик анализ өлгөләре Исем 1. Һорауы. 2. Һүҙ төркөмө. 3. Башланғыс формаһы (берлектә, төп килештә). 4. Яһалышы (тамыр, яһалма, ҡушма). 5. Яңғыҙлыҡ йәки уртаҡлыҡ исем. 6. Һаны (берлектә, күплектә). 7. Килеше. 8. Эйәлек заты (әгәр булһа). 9. Һөйләм киҫәге. Ҡылым 1 Һорауы. 2. Һүҙ төркөмө. 3. Башланғыс формаһы (бойороҡ һөйкәлеше, берлектә, 2-се зат). 4. Яһалышы (тамыр, яһалма, ҡушма). 5. Барлыҡ- юҡлыҡ формаһы. 6. Заманы (үткән, хәҙерге, киләсәк). 7. Һөйкәлеше (хәбәр, бойороҡ, шарт, теләк). 8. Заты. 9. Һаны (берлектә, күплектә). 10. Һөйләм киҫәге.
Сифат 1.Һорауы. 2. Һүҙ төркөмө. 3. Башланғыс формаһы. 4. Яһалышы (тамыр, яһалма, ҡушма). 5. Төп йәки шартлы сифат. 6. Дәрәжәһе (төп, сағыштырыу, артыҡлыҡ, аҙһытыу). 7. Һөйләм киҫәге.
Алмаш 1. Һорауы. 2. Һүҙ төркөмө. 3. Башланғыс формаһы. 4. Ниндәй һүҙ төркөмөн алмаштыра 5. Төркөмсәһе (зат, эйәлек, һорау, күрһәтеү). 6. Һаны килеше, заты (әгәр булһа). 7. Һөйләм киҫәге. Рәүеш 1. Һорауы. 2. Һүҙ төркөмө. 3. Башланғыс формаһы. 4. Яһалышы (тамыр, яһалма, ҡушма). 5. Төркөмсәһе (төп, ваҡыт, урын). 6. Дәрәжәһе (әгәр булһа). 7. Һөйләм киҫәге. Һан
1 . Һорауы. 2. Һүҙ төркөмө. 3. Башланғыс формаһы (төп һан). 4 . Яһалышы (ябай, ҡушма) 5. Төркөмсәһе (төп, рәт, йыйыу, бүлем, сама, кәсер) 6. Һаны, килеше, эйәлек заты (әгәр исем урынында килһә). 7. Һөләм киҫәге. |
Һүҙгә фонетик анализ яһау тәртибе
1. Һүҙгә транскрипция яһарға
2. Һүҙҙең баҫымын ҡуйырға; һүҙҙе ижектәргә бүлеп, уларҙы анализларға (баҫымлымы, баҫымһыҙмы, асыҡмы, ябыҡмы)
3. Һүҙҙәге өн һәм хәреф һандарын билдәләргә
4. Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәргә характеристика бирергә
Миҫал: яҡшы [яҡшы];1 ижек- ябыҡ, баҫымһыҙ; 2 ижек- асыҡ, баҫымлы; 5өн, ғ хәреф. Я хәрефе ике өндө белдерә.
я-[й]- тартынҡы, ышҡыулы, талғын, тел уртаһы, яңғырау
[а]- һуҙынҡы, урта рәт һуҙынҡыһы, баҫымһыҙ
ҡ-[ҡ]- тарт, шартлаулы, тел арты, шаулы, парлы, һаңғырау.
ш-[ш]- тарт, тел алды, ышҡыулы, шаулы, парлы, һаңғырау
ы-[ы]- һуҙынҡы, урат рәт һуҙынҡыһы, иренләшмәгән, ҡалын, баҫымлы.
Һүҙ составы буйынса анализ яһау тәртибе
1. Һүҙҙең тамырын, ялғауҙарын айырырға
2. Ялғауҙың төрөн билдәләргә (һүҙ яһаусы, форма яһаусы, һүҙ үҙгәртеүсе)
3. Һүҙҙең нигеҙен, тамырмы, ҡушмамы икәнен билдәләргә. Яһалма булһа, яһалыу юлын күрһәтергә (һүҙҙәрҙе ҡушыу, бәйләү, парлау, ҡабатлау, ҡыҫҡартыу)
Миҫал: Китапханасыға- 1) һүҙҙең тамыры: китап һәм хана; ялғауҙары: -сы,- ға
2) –сы- яһаусы ялғау; -ға-үҙгәртеүсе ялғау, төбәү килеш ялғауы;
3) һүҙҙең нигеҙе- китапханасы, ҡушма нигеҙ.
Һүҙгә лексик анализ
1. Һүҙҙең ошо һөйләмдәге лексик мәғәнәһен күрһәтергә.
2. Һүҙ бер мәғәнәлеме әллә күп мәғәнәлеме (әгәр күп мәғәнәле булһа, уның бер нисә мәғәнәһен күрһәтергә).
3. Һүҙ тура мәғәнәлеме әллә күсмә мәғәнәлеме?
4. Һүҙҙең омонимы, синонимы, антонимы булыу-булмауын асыҡларға.
5. Был һүҙ менән фразеологик берәмектәрҙең булыу-булмауын әйтергә (яҙырға).
Синтаксис анализ яһау өлгөләре
I. Ябай һөйләмгә
1. Һөйләмгә тулы характеристика бирергә:
ябай; хәбәр, һорау, әллә тойғо һөйләмме.
Айырымланған эйәрсән киҫәктәре бармы-юҡмы.
Ике составлымы (әгәр бер составлы булһа, уның төрөн күрһәтергә: эйәһеҙ, билдәле эйәле, билдәһеҙ эйәле, атама).
Йыйнаҡмы әллә тарҡаумы.
Тулымы әллә кәмме.
2. Һөйләмдең баш киҫәктәрен (эйәһен, хәбәрен) табып, уларҙы асыҡларға:
Уларҙың һәр береһе ниндәй һорауға яуап бирә.
Составы буйынса ниндәй.
Ниндәй һүҙ төркөмдәренән килгәндәр.
3. Эйәрсән киҫәктәрен табып, уларға характеристика бирергә.
4. Грамматик яҡтан һөйләм киҫәктәре менән бәйләнмәгән һүҙҙәргә характеристика бирергә:
Өндәш һүҙ:
-йыйнаҡмы әллә тарҡаумы;
-кемгә төбәп әйтелгән;
-ниндәй һүҙ төркөмөнән килгән.
Инеш һүҙҙәр:
-мәғәнәһе буйынса ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай.
Бөтә урындарҙа ла тыныш билдәләренең ҡуйылышын аңлатырға.
II. Ҡушма һөйләмгә
1. Ҡушма һөйләмдең тибы билдәләнә:
-теҙмә конструкциялары.
-эйәртеүле конструкциялары.
-ҡатмарлы конструкциялары.
2. Ҡушма һөйләмдең ниндәй ябай һөйләмдәрҙән тороуы күрһәтелә.
3. Ҡушма һөйләм өлөштәренең бәйләнеү юлы (теркәүесле, теркәүесһеҙ) билдәләнә. Теркәүестәр булһа, уларҙың төрө (теҙеүсе, эйәртеүле) күрһәтелә.
4. Әйтемдәр менән ҡатмарланғанлығы, айырымланған һөйләм киҫәктәренең, инеш һүҙҙәрҙең йәки һөйләмдәрҙең, өндәш һүҙҙәрҙең йәки һөйләмдәрҙең, өҫтәлмәлектәрҙең һ.б. булыу-булмауы билдәләнә.


Әҙәбиәттән ярҙамға